Резюме

Ғәликәев Шәфҡәт Юлай улы 2008 йылда Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының педагогика факультетын тамамлаған. Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Дөйөм педагогик стажы 6 йыл, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ – 2 йыл.

Үткән уҡыу йылында 2 уҡыусыһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса муниципаль олимпиадала призер булһа, быйыл бер уҡыусыһы призер булды.

Шәфҡәт Юлай улы мәктәп, ауыл, район күләмендә үткәрелгән күп сараларҙа алып барыусы булып сығыш яһай. Йырларға ярата. Йыр буйынса конкурстарҙа йыш ҡатнаша.

Буш ваҡыттарын яңы төҙөлөп ятҡан өйөн эшләүгә бүлә, ғаиләһе өсөн уңайлы шарттар булдырыуға ынтыла.

Өйләнгән, кәләше менән ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.

Ваҡыты булыуға ҡарап техника ремонтларға, тимер эше менән булышырға әүәҫ.