«Мин - уҡытыусы» 

 

Ҡыңғырау тауышы... Алсаҡ йөҙлө, күркәм ҡиәфәтле апай тәү ҡат мәктәп тупһаһын аша атлау менән үҙ кешеңә әйләнә. Мәктәп йылдары дауамында ошондай үҙ ағай һәм апайҙарыбыҙ булыуы мине оҙата бара. Студент йылдарында ла киләсәктә кемдер мине үҙ итеп ағай тип әйтерен күҙ алдыма ла килтермәйем әле.

Ҡыңғырау тауышы... Был минең тәүге дәресем. 20 пар күҙ оло ышаныс менән миңә баҡҡан. Уларҙың эскерһеҙ ҡараштары, ихласлыҡтары ҡаушауымды юҡҡа сығара. Дәрес конспектын яттан белгән кеүек булһам да, тулҡынланам. Һәм ошо тулҡынланыу 7 йыл дауамында оҙата килә. Әйтерһең, һәр дәрес миңә тәүгеһе, һәр ҡыңғырау тауышы белем эстәр мәғрифәт донъяһына сәйәхәт. Белем серҙәрен шәкерттәремә генә түгел, остаздары булған миңә лә эстәү мөһим.

Ҡыңғырау тауышы... «Кәрәкле! Кәрәкле!» тип киҫәтә. Күптән инде был һөнәрҙең бәҫе китте тигәндәргә саң ҡағып набат һуға кеүек. Бар әле абруйы һөнәребеҙҙең, мәртәбәһе лә. Ауыл уҡытыусыһы – халыҡ авангарды: тотошо, ҡиәфәте, эске донъяһы менән дә. Әһәмиәтле телетапшырыуҙар, рухлы башҡорт баҫмалары һәм илдәге ваҡиғаларға объектив баһалы үҙәк баҫмалары – төп таянысым. “Агитатор” тигән төшөнсә юҡ тиерһегеҙ, ҡыңғырау тауышы миңә һәр ваҡиғаға үҙ ҡарашымды булдырыуҙы ғына түгел, белгәнемде халыҡҡа еткереүемде лә талап итә.   

Ҡыңғырау тауышы... Миңә 10 ғына пар күҙ төбәлгән. Эйе эйе, нәҡ шулай. 4 ауылдан йыйылған балалар улар. «Кәметмә! Кәметмә!» тип иҫкәртә мине. Ауылым мәктәбе йәшәһен, ошо бүлмәлә 25 пар күҙ баҡһын өсөн төпкә егелеп ең һыҙғанырға тура килә.                                                                                                                                                              Ҡыңғырау тауышы... «Бер тиң! Бер тиң!» тип йырлай. Гимназия мәктәбе түгел дә, барыһын да тиң күрәм. Минең өсөн “алдынғылар, арттағылар” юҡ. Билде биштән быуыр ер кешеләре, алдынғы механизаторҙар, донъябыҙҙы гөл-баҡсаға күмер урмансылар. Кем белә, буласаҡ ил башлығы ла улар араһында барҙыр.

Ҡыңғырау тауышы... Әкрен генә класс ишеген ябып залға сығам. Уңдан да, һулдан да яңғыраған “ағай ҙа ағай” тигән күңелгә яҡын өндәшеүҙе “Юлаевич” тигән рәсмилектән өҫтөн күрәм. Тик ауыл мәктәбендә генә яңғыраған, үҙ итеп тартып әйтелгән, күңел ҡылдарын сыңлатыр “апай, ағай” тип өндәшеү тынмаһын ине. Һәм ошо йылылыҡ сылбыры быуаттарға һуҙылһын ине. Ауыл уҡыусыларына ағай булыуыма ғорурланам.

 

Шәфҡәт Ғәликәев