26.03.2016 й.

Яҙғы боҙға ярҙай булһа ла ышанмағыҙ, дуҫтар. Сөнки яҙғы боҙ көҙгө һәм ҡышҡы боҙҙан ҡырҡа айырыла. Әгәр көҙгө боҙ хәүеф барлығын белгертеп, кеше уға аяҡ баҫыу менән сатнай башлаһа, яҙғыһы ҡарап тороуға ҡаты күренһә лә, шунда уҡ ярылыусан. Бындай боҙ кешене күтәрмәй, транспорт тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Яҙғы ташҡын беҙҙән һаҡсыллыҡ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙе талап итә. Һаҡ булығыҙ!!!

25.03.2016 й.

Бына балалар һағынып көткән яҙғы каникулдар ҙа килеп етте. 25 марттан 2 апрелгә тиклем дауам итә улар. Күңелле ял һеҙгә уҡыусылар! 

16.02.2016 й.

Бөгөн мәктәптә йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыу кисәһе үтте..... Артабан уҡырға

05.02.2016 й.

Бөгөн мәктәбебеҙҙә 1976, 1986, 1996, 2006 йылғы сығырылыш уҡыусылары менән осрашыу кисәһе үткәрелде.... Артабан уҡырға